Тел дәресе бирәм балаларға

Тел дәресе бирәм балаларға,

Әсәм йыры менән һуғарып.

Шиғриәттең илһам арғымағын

Сабый күңеленә туғарып.

                                     Р.Кәлимова

   Мин, Сирбаева Айһылыу Рәис ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Мәсетле районы Ғүмәр ауылында тыуғанмын. Әсәйем ауылыбыҙ мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡытһа, оло өләсәйем заманында өйҙә ҡыҙҙарға белем биргән. Бәлки шуғалыр ҙа, һөнәр һайлауға килгәндә икеләнеү булманы: Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең 9 класын тамалағандан һуң, Өфөнөң 3-сө һанлы педагогия училищеһына уҡырға йүнәлдем.

    Тәүге эш урыным Өфөнөң 51-се һанлы мәктәбе булды. 1995 йылдарҙа Мөхәмәт ағай Исҡужин менән Инорс биҫтәһендә йәшәгән ата-әсәләр менән йыйылыштар үткәреп, башҡорт класына балалар йыйып алғайныҡ! Мөхәмәт ағай Исҡужин минең дәрестәргә килә, кәңәштәр бирә торғайны. Башҡорт халҡы өсөн йән атып йөрөгән ир-уҙамандарыбыҙҙың береһе булды ул! Һәм мин Мөхәмәт олатайҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға, уҡырға индем. Һуңынан, Мәсәғүт педагогия колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыттым, студенттарҙың төркөм етәксеһе, практика буйынса методисы булдым. Республиканың махсус белем биреү учреждениелары араһында үткәрелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2008” профессиональ конкурсында ҡатнашып, еңеү яуланым!

    Ә инде 2014 йылда мин Республиканың инвалид балаларға дистаницон белем биреү үҙәгенең Дыуан бүлексәһенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килдем. “Үҙенсәлекле” балалар менән эшләр өсөн махсус белем кәрәк. Шуға ла Мәғарифты үҫтереү институтында тағы ла бер һөнәргә – уҡытыусы-дефектологҡа (олигофренопедагог) уҡып сыҡтым, һәм бөгөн мин – юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, юғары категориялы уҡытыусы-дефектологмын. Дөйөм педагогик стажым – 23 йыл.

   Тел дәресе бирәм балаларға... Хәҙер инде тел дәресе менән берлектә, “үҙенсәлекле” баланың фекерләүен үҫтереүсе, уны тормошҡа яраҡлаштырыусы-әҙерләүсе төрлө педагогик алымдар эҙләйем, табам һәм эшемдә уңышлы ҡулланам.

Мин бәхетле был донъяла:

Сағыу, тулы тормошом!

Балаларға белем биреү –

Минең яратҡан эшем!

 

Шылтыратығыҙ

T. +7(962)531-93-14

Т. +7(917)471-10-69

Социаль биттәр

  • Белый Vkontakte Иконка
  • Белый Facebook Icon

2019 © Айһылыу Сирбаева